14:31
Ҡотлайбыҙ!!!

Шәғәли Шаҡмандың 500 йыллығын иҫкә алыу һәм Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүенә 100 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына уҙғарылған әҙәби конкурста ҡатнашыусы Әбделмәмбәт урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары поэзия һәм проза секцияһында 3-сө, башланғыс класс уҡытыусыһы Ҡасимова Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы проза секцияһында 1-се урын яулап, маҡтау ҡағыҙы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнделәр. Һеҙҙе ихлас күңелдән еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә яңы үрҙәр, ижади ҡомар һәм уңыштар теләйбеҙ. Афарин, ҡыпсаҡтар!

Просмотров: 791 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]