07:43
Поздравление с днем учителя начальника МКУ РОО Сайфитдинова И.Г.

Хөрмәтле уҡытыусылар, мәғариф ветерандары!

Һеҙҙе бөгөнгө мәртәбәле, ер йөҙөндә иң ихтирамлы кешеләрҙең һөнәри  байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

1965 йылдан алып 1994 йылға тиклем барлыҡ мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы октябрҙең беренсе йәкшәмбеһенә тура килә. 1994 йылда президент Указы менән 5 октябрь – Уҡытыусылар көнө итеп билдәләнелә. Был матур көндә беҙ үҙенең ваҡытын, көсөн йәлләмәй уҡыусыларына тәрән белем, юғары әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр өләшкән уҡытыусыларыбыҙҙы, остаздарыбыҙҙы, тәрбиәселәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ. Нәҡ һеҙ, йәш быуындың күңеленә мәрхәмәтлелек, изгелек орлоҡтарын һалаһығыҙ, уларҙы намыҫлы, матурлыҡты күрә белеүсән, аҡыллы итеп үҫтерәһегеҙ.

Уҡытыусы - балалар күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул! Уҡытыусының төп бурысы – уҡыу сифатын күтәреү, уҡыусыларҙа тарихҡа, мәҙәниәткә, телгә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү.

Барығыҙҙы ла белем нурҙары таратҡанығыҙ, түҙемлегегеҙ һәм һөнәри оҫталығығыҙ, беҙҙең балалар һәм киләсәгебеҙ хаҡына көндәлек тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ысын йөрәктән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сабырлыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем.

 

Район мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов

 
Просмотров: 381 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]