08:28 Район мәғариф бүлеге етәксеһенең яңы йыл менән ҡотлауы | |
Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар, райондаштар һәм ата-әсәләр!
Һеҙҙе Бөрйән районы мәғариф бүлеге исеменән Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана. Байрам алдынан үткән йылға йомғаҡ яһап, алдағы көндәргә маҡсаттар ҡуйып, барыбыҙ ҙа киләһе йылдың үткәненә ҡарағанда матурыраҡ, уңышлыраҡ, емешлерәк буласағына ышанып ҡаршылайбыҙ. Уҙып барған 2021 йыл мәғариф өсөн ваҡиғаларға бай булды. Йәйҙең иң мөһим сараһы – Бөтә Донъя Фольклориада ҡунаҡтарын Бөрйән ерлегендә ҡаршы алыу булды. Мәғариф системаһы үҙенә йөкмәтелгән барлыҡ эштәрҙе намыҫ менән үтәне. Шулай уҡ йыл дауамында белем усаҡтарында төҙөкләндереү эштәре лә башҡарылды. Быйыл да район, республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған һәләтле, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан 5 уҡыусы Республика Башлығы бүләгенә лайыҡ булды. Яңы йылда ла беҙ бихисап эштәр башҡарырбыҙ, киләсәк быуынды лайыҡлы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән бик күп саралар үткәрербеҙ, яңынан-яңы үрҙәр яуларбыҙ тигән уй-ниәт менән ҡаршы алабыҙ. Ҡәҙерле балалар, уҡытыусылар һәм хөрмәтле райондаштар! Барығыҙға ла күтәренке кәйеф һәм ижади уңыштар теләйем! Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен, бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, киләсәгебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйем! Яңы йыл менән!
Район мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов | |
|
Всего комментариев: 0 | |