09:53
Район мәктәп автобусы водителдәренең һөнәри оҫталыҡ конкурсы.

9 апрелдә мәктәп автобусы водителдәренең белем һәм оҫталыҡтарын камиллаштырыу, иң яҡшы водителдәрҙе асыҡлау һәм уларҙың тәжрибәһен таратыу, мәктәп автобусы водителе һөнәрен төп һөнәр булараҡ популярлаштырыу һәм ролен арттырыу, мәктәп балаларын йөрөтөүҙең хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, мәктәп балаларын йөрөтөү именлеген тәьмин итеү маҡсатында, мәктәп автобусы водителдәренең һөнәри оҫталыҡ муниципаль конкурсы үтте. Конкурста база мәктәптәре һәм филиалдарынан 20 водитель ҡатнашты. 
Беренсе турҙа конкурсанттар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса ярышты, белемен тикшерҙе. Рәсәй эске эштәр министрлығының ЮХХДИ экзамен билеттарына ярашлы төҙөлгән бер билеттағы 20 һорауға яуап бирҙе. Икенсе тур ярышы автодромда дауам итте. Бында водителдәр "түңәрәк", "бокс", "парковка", "тоннельные ворота", "змейка", "колея", "эстафета", «автобус туҡталышы", "стоп" фигуралары янында тиҙ маневрлы күнегеүҙәр башҡарҙы. 
Конкурста еңеүселәр мәрәйҙәр суммаһы буйынса билдәләнде. Иң күп мәрәй йыйып, беренсе урынға - Кәбиров Илшат, икенсе урынға –Буранбаев Фуат, өсөнсө урынға – Моллағолов Илһам сыҡты. Уларға аҡсалата бүләк тапшырылды. Шулай уҡ дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ булыусылар: беренсе урын – Миндиғолов Айгиз, икенсе урын – Мөхәмәтғәлин Илшат, өсөнсө урын - Мәхмутов Роберт. Шулай уҡ, улар ҙа ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде. Конкурста ҡатнашыусыларҙы һәм еңеүселәрҙе тәбрикләп район ЮХХДИ бүлеге вәкиле, лейтенант Р. Мостафин, район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары И.И. Баймырҙин һәм ХЭГ инженеры Б.Йәнғужин сығыш яһанылар. Муниципаль конкурста еңеүселәр тиҙҙән үтәсәк республика этабында ҡатнашып, көс һынаясаҡ. 
Күберәк фото альбомда: https://vk.com/album-86756460_262243538

 

Просмотров: 649 | Добавил: РОО | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]