07:28
"Сөләймәнов уҡыуҙары" муниципаль ғилми-ғәмәли конференция

28 март көнө Байназар урта мәктәбендә арҙаҡлы яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы "Сөләймәнов уҡыуҙары" муниципаль ғилми-ғәмәли конференция һәм хәтер кисәһе үтте.
"Сөләймәнов уҡыуҙары" муниципаль ғилми-ғәмәли конференцияһында 2-11 класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Уҡыусылар фәнни эҙләнеү эштәре, ә уҡытыусылар кластан тыш сара өлгөләре, ғалимдың тормош һәм ижад юлына арналған мәҡәләләр тәҡдим итте. Сығыштар ике секцияла барҙы һәм секцияларҙың эш һөҙөмтәләре буйынса конференцияның еңеүселәре билдәләнде.
Конференцияның еңеүселәре бүләкләнгәндән һуң Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың хәтер кисәһе үтте. Сарала Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов, Бөрйән районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары В.Ф. Вәлиева, Бөрйән районының мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов, Әхмәт ағайҙың ҡыҙы, филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Н.Ә. Хөббөтдинова, Ә.М. Сөләймәнов исемендәге музей директоры Р.Ш. Ғүмәрова, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты А.Ғ. Баймөхәмәтов, Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары И. Хәсәнов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ф.М. Ғәлимов, Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы С.М. Ҡаһарманова, Баҙал әҙәби берекмәһе ағзалары А.Р. Ғарифуллина һәм Б.С. Тимергалиев, башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты.
Район хакимиәте ҡарарына ярашлы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов исемендәге булдырылған премиялар: Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитоваға һәм 1-се һанлы «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Ураз ҡыҙы Вәлиеваға; Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов исемендәге булдырылған махсус приздар: Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Мырҙағолов Илтимергә һәм “Һаумы, һаумы әкиәт”, “Тәнәй Урал батырҙар” муниципаль конкурстар еңеүсеһе, 2023 йылда уҙғарылған Урал батыр эпосын башҡараусы йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы лауреаты, Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 1 класс уҡыусыһы Гизатуллин Айназға тапшырылды. Башҡорт дәүләт педагогия университеты бүләктәре менән бергә Әхмәт Сөләймәнов балалары премияһы фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашып иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән балаларға тапшырылды.
Хәтер кисәһен – күңел һәм рух байрамын балаларҙың сағыу сығыштары, Урал батыр эпосын сәхнәләштереүҙәре, йыр-бейеүҙәре тамамланы.

Просмотров: 197 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]