13:48 «Сәләмәтлек» спартакиадаһының зона этабы | |
27 март көнө Белорет ҡалаһында мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһындағы «Сәләмәтлек» Спартакиадаһының зона этабы уҙғарылды. Спорт һөйөүселәр волейбол (ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым), өҫтәл теннисы, шахмат, шашка һәм дартс ярыштарында көс һынашты. 28 кешенән торған команда беҙҙең район исемен яҡлап сыҡты һәм ҙур уңыштарға өлгәште. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса: дартс ярышы буйынса Әбделмәмбәт мәктәбе хеҙмәткәре Насырйәнов Илмир 2 урын, Мәһәҙейҙән Мәликова Лариса 1 урын алды; шашка, шахмат буйынса беҙҙең берҙәм команда – 1 урынға сыҡһа, дартс буйынса - 2, ә ир-егеттәрҙең йыйылма комадаһы волейбол буйынса 3 урын яуланы. Барлыҡ һөҙөмтәләр буйынса Бөрйән районы 2 урынға сыҡты. Афарин, мәғариф хеҙмәткәрҙәре!
| |
|
Всего комментариев: 0 | |