07:36
Шайморатовсылар ял итте

            24-нән 29 августҡа тиклем Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында шайморатовсылар класында уҡыусы балалар өсөн йәйге профилле патриотик лагерь эшләне. Унда Иҫке Собханғол мәктәбенән Манапова Шәүрә, Шәмиғолова Айсилә, Йәғәфәрова Гөлфинә башҡа шайморатовсылар менән бер рәттән төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттеләр. Шәүрә 8-се взвод командиры булараҡ диплом һәм Бөйөк Еңеү тураһында китап менән бүләкләнһә, Айсилә тирҙа мәргән атыусы булараҡ танылған. Тирҙа атышҡан 200 бала араһынан 5-әүһе генә республика башлығы Р. Хәбировтың махсус бүләгенә лайыҡ була, Айсилә шул иҫәптә. Ҡыҙҙарҙың өсөһөнә лә кулон, Р. Хәбировтың ҡултамғаһы менән “Йәш шайморатовсы” көндәлеге тапшырылған.

 

 

Просмотров: 142 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]