13:56
Түңәрәктәрҙә тәрбиәләнеүсе уҡыусылары өсөн балалар ижады үҙәге март айында хәрби-патриотик тәрбиә йүнәлешендә  саралар үткәрҙе

Балалар ижады үҙәге март айында түңәрәктәрҙә тәрбиәләнеүсе уҡыусылары өсөн хәрби-патриотик тәрбиә йүнәлешендә “Поклонимся великим тем годам…”, “Растим патриотов России» исемле саралар үткәрҙе. Сараларға әҙерләнеү, хәрби-патриот темаһын аңатыу маҡсатында түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүсе уҡыусылар менән әңгәмәләр, тесттар үткәрелде.

Тәрбиәүи саралар иң беренсе хәрби-патриот темаһына әңгәмә менән башланып китте, аҙаҡ уҡыусылар кинофильмдан өҙөктәр ҡараны, командалар менан тема буйынса һүрәт эшләү конкурсында ҡатнаштылар. Икенсе өлөшөндә балалар төркөмдәргә бүленеп тойоу-һиҙеү буйынса психологик бүлмәлә ял итте, саф һауала квест ярышында ҡатнаштылар. Һәр бала сарала ҡатнашыусы сертификаттарын алып, тәмлекәстәр менән һыйланды, улар өсөн сәй табыны әҙерләнгәйне.

Просмотров: 662 | Добавил: РОО | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]