10:04
Туған тел уҡытыусыларының төбәк-ара форумы

Һәр халыҡ үҙ телен күҙ ҡараһылай һаҡлаһын!

9-10 сентябрҙә Өфө ҡалаһында туған тел уҡытыусыларының төбәк-ара форумы уҙғарылды.

Был мөһим сараның төп маҡсаты булып Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен уҡытыу системаһын камиллаштырыу, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының рухи мәҙәниәтен үҫтереү, уларҙың телдәрен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙә тупланған тәжрибәләрҙе уртаҡлашыу торҙо.

Форумға республикабыҙ райондары һәм ҡалаларынан, сит өлкәләрҙән, Мәскәү ҡалаһынан  делегаттар саҡырылған ине.

Туған тел өйрәнеү һәр халыҡ өсөн дә белем һәм тәрбиә биреүҙең иң төп мәсьәләләренән һанала. Ҡайһы бер телдәрҙең яйлап белем биреү майҙанынан, тарихи аренанан төшөп ҡалыуын иҫәпкә алғанда, ул һорау һәр ваҡ халыҡ өсөн дә көнүҙәк булып ҡала.

Форумдың беренсе көнөндә делегаттар секцияларға бүленеп, тап шул мәсьәләләр тураһында фекер алышты. Билдәле булыуынса, башҡорт теле мәктәптәрҙә дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәнелә. Яңы Федераль белем биреү стандарттары индерелгән шарттарҙа, туған телдәрҙе өйрәнеү мөмкинселектәре сәғәттәр һанына ярашлы киңәйә тип әйтеп булмай. Әммә ләкин шул мөмкинселектәрҙе дөрөҫ файҙаланып, ата-әсәләргә һәм уҡыусыларға үҙ туған теленең ни тиклем ҡәҙерле булыуын, уны белеү, өйрәнеү, киләһе быуынға тапшырыуҙың мөһимлеген төшөндөрөргә кәрәк. Дәрестәрҙе лә балалар өсөн ҡыҙыҡлы, фәһемле, файҙалы итеп үткәреү бурысы баҫа уҡытыусы алдына.

Ҡала шарттарында күп һандағы башҡорт балалары туған телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Был күренеш, әлбиттә, туған телде бөтә тулылығында өйрәнеүҙе сикләй. Ошо шарттарҙа уҡыусыларҙың теге йәки был класта алған белемдәренә тейешле талаптар һәм нормалар булырға тейеш.

Форумдың мөһим өлөшөн Өфө ҡалаһының башҡорт мәктәптәренең эш тәжрибәһе менән танышыу алды. Заманса йыһазландырылған класс кабинеттары, илһөйәрлек рухында тәрбиәләүсе музей-кабинеттар, рухлы уҡытыусылар – барыһы ла һоҡланыу тойғоһо тыуҙырҙы.

Форумдың йомғаҡлау өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың булыуы сараға оло мәртәбә, йәм өҫтәне. Ул делегеттарҙың туған телдәрҙе өйрәнеүҙе артабан да яҡшыртыу эшенә булған фекерҙәрен, тәҡдимдәрен иғтибар менән тыңланы, уларҙы хупланы, үҙенең дә эшлекле тәҡдимдәрен еткерҙе.

Туған тел уҡытыусыларының төбәк-ара форумы эшлекле шарттарҙа үтте.

Киләсәктә һәр халыҡ үҙ телен күҙ ҡараһындай һаҡлаһын, яҡлаһын, балаларына тапшырһын, юғалыуына юл ҡуймаһын ине. Шундай тәьҫораттар менән таралышты делегаттар.

 

Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы, Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

      

     

     

Просмотров: 228 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]