09:02 Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр | |
13 мартта район мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм әҙәбиәт йылына арналған “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр” тигән тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле, рух һәм телһөйәрлекте үҫтерер матур сара үтте. Икенсе тапҡыр район мәктәптәренең телһөйәрҙәр командаларын йыйып үткәргән сарала быйыл ете мәктәп командаһы 4 турҙа көс һынашты: үҙҙәре менән таныштырыу (визитка), яҡташ шағирҙар, яҙыусылар ижадынан бер әҫәрҙе яттан һөйләү, ижади эш һәм викторина. Телде байраҡ итеп күтәргән конкурстың еңеүсеһе Аҫҡар командаһы булһа, “Тел асҡысы-халыҡта” номинацияһында – Иҫке Собханғол, “Иң яҡшы ижади эш” номинацияһында Тимер, “Халыҡ традицияларын һаҡлау” номинацияһында – Ырғыҙлы, “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында – Мәһәҙей, “Башҡорт теленә тоғролоҡ” номинацияһында – Ағиҙел, “Өмөт” номинацияһында Әбделмәмбәт мәктәбе командалары еңеүсе тип табылды. Конкурс әҙерләнеп килгән балаларҙың матур сығышы менән күңел һәм рухиәт байрамына әүерелде. | |
|
Всего комментариев: 0 | |