15:36
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр

Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр

12 мартта Иҫке Собханғол урта мәктәбендә  Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм Башҡорт теле  йылына арналған “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр” тигән тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле, рух һәм телһөйәрлекте үҫтерер матур сара үтте.

           Район мәктәптәренең телһөйәрҙәр командаларын йыйып үткәргән сарала быйыл 9 мәктәп командаһы 4 турҙа көс һынашты: үҙҙәре менән таныштырыу (визитка), “Йөрәк һүҙе”, ижади эш һәм викторина.

            Телде байраҡ итеп күтәргән конкурстың еңеүсеһе Иҫке Собханғол урта мәктәбе командаһы булһа, “Еңеүгә ынтылыш” номинацияһында – Нәби, “Ижади ҡараш” номинацияһында – Яңы Собханғол, “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында – Аҫҡар, “Өмөтлө киләсәк” номинацияһында – Яуымбай, “Халҡым теле – хаҡлыҡ теле” номинацияһында – Иҫке Собханғол төп мәктәбе, “Рух һаҡсылары” номинацияһында – Килдеғол, “Иң яҡшы ижади эш” номинацияһында – Әбделмәмбәт, “Туған телгә тоғролоҡ” номинацияһында Ырғыҙлы мәктәбе командалары еңеүсе тип табылды. Конкурс күңел һәм рухиәт байрамына әүерелде.

https://vk.com/album-86756460_271112787

                                  

Просмотров: 671 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]