09:08
Туристар слеты

8 июнь, Башҡорт дәүләт «Шүлгән –таш” ҡурсаулығында, район мәктәптәре уҡыусыларын, 2022 йылда туристик слетҡа юғары кимәлдә әҙерләтеү, алдынғы педагогиктарҙың туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә ҡулланған тәжрибәләре менән уртаҡлашыу, дөйөмләштереү маҡсатында, районыбыҙҙың киләсәге - туризмды үҫтереүҙә ҙур өлөш индереүгә күп көс һалған география, биология, тыуған яҡты өйрәнеү фәндәре уҡытыусылары өсөн уҡыу-практик семинар формаһында район туристар слеты үтте.
Башҡортостандың атҡаҙан уҡытыусыһы, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булһа ла, киләсәгебеҙ өсөн янып йөрөүсе, районыбыҙҙа башҡорт википедияһын башлап ебәреүсе Көнһылыу Зәки ҡыҙының ҡатнашыуы, тәжрибәле, абруйлы уҡытыусы – төп наставник Рәил Фаруҡ улының был сараны үткәреүҙә ҡатнашыуы икеләтә ҡыуаныс, киләсәк быуынға үрнәк булды.
Тап ошо туристик слет, Көнһылыу Зәки ҡыҙы менән Башҡорт дәүләт «Шүлгән –таш” ҡурсаулығының мәғрифәтселек һәм экологик туризм буйынса директор урынбаҫары Тәслимә Ғәйнулла ҡыҙының, күп йылдар элек ниәт иткән «Тереклек мәктәбе”нең башланғысы булып торҙо.
Уҡытыусыларҙың туристик слетын асыу өсөн һүҙ, район мәғәриф бүлеге начальнигы, Илшат Гаяз улы Сәйфетдиновҡа бирелде. Район мәғариф бүлеге начальнигы, районыбыҙҙың мәктәптәрендә уҡыусыларға экологик тәрбиә биреүгә ҙур көс һалырға, туристик –тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешен артабан да үҫтерергә тигән теләктәрен белдерҙе.
Туристик слеттың флагын күтәреү, Әбделмәмбәт урта мәтәбенең “Дуҫлыҡ”, Аҫҡар мәктәбенең “Бажай”, Яңы Мөсәт мәтәбенең “Япон туристары”, Байназар урта мәктәбенең “Эҙәрмәндәр” командалары капитанындарына тапшырылды.
Артабан, туристик слеттың баһалама ағзалары менән танышып үткәс, һәр команда үҙҙәре менән таныштырып, йәрәбә буйынса, слет һынауҙарына юл тоттолар. Һауа торошо ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусылар һәр ярыш төрҙәрен теүәл үтәп, еңеүгә өлгәшеүгә ҙур көстәрен һалдылар.
Сәмле ярыштарҙа бер кем дә бирешергә теләмәне. Бөтә төр һынауҙарын үтеп бөткәс, слеттың баһалама ағзалары бер фекрегә килеп, командаларға түбәндәге урындарҙы бирҙе: “Дуҫлыҡ” командыһына - Гран-при, “Бажай” командаһына -1се, “Япон туристары” командаһы менән “Эҙәрмәндәр” командаларына – 2-се урындар. Һәр командаға «Шүлгән –таш” ҡурсаулығынан иҫтәлекле бүләктәр, район мәғариф бүлегенән грамоталар тапшырылғандан һуң, туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә эшләүсе, район кимәлендә үткән туристик слетарҙы үткәреүҙә ҙур өлөш индереүсе уҡытыусыларға, мәғариф бүлегенән рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тристик слеттың тарихына күҙ һалғанда, Көнһылыу Зәки ҡыҙының һүҙҙәре буйынса, күп йылдар элек районда туристик слет үҙ эсенә экология йүнәлешен ала. Артабан, үҙгәртеп ҡороу осоронда бер аҙға туҡталып торғандан һуң, ҡурсаулыҡ менән берлектә экология слеты үҙғарыла башлай. Әлеге уҡытыусыларҙың туристик слеты, ошо башланғыстарҙың артабанғы уҫеше булып тора.
Туристик слетта ҡатнашыусыларҙың барыһы ла был матур, тәрбиәүи саранан яҡшы тәҫьораттар алып, «Шүлгән –таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәренең иҫтәлекле бүләктәренә, һый-хөрмәттәренә, ветеран уҡытыусылар судья-наставник Рәил Фәруҡ улы менән Көнһылыу Зәки ҡыҙына, ошо сараны ойоштороусы район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғаяз улы Сәйфетдиновҡа һәм балалар ижады үҙәге директоры Инзира Вәхит ҡыҙына оло рәхмәт һүҙҙәре әйтеп таралыштылар. Был туристик слет, районыбыҙ мәктәптәрендә маҡсатҡа ынтылыусан, киләсәк быуын өсөн янып-көйгән ялҡынлы уҡытыусыларҙың бар икәнен, киләсәк быуыныбыҙ ышаныслы ҡулдарҙа икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Туристик слеттың абруйлы ҡунағы, Көнһылыу Зәки ҡыҙының мәктәптә эшләгән йылдарҙа етәкләгән мәктәп баҡсаһы районда ғына түгел, республика кимәлендә өлгө булып тора. Уның тарафынан бәләкәй ботаник баҡса, дарыу үләндәре бүлеге, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән һирәк осрай торған үҫемлектәр бүлеге булдырыла. Тап ошо дарыу үләндәренең файҙаһы тураһында, туристик слетта, Көнһылыу Зәки ҡыҙы үҙенең тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Был турала тулы мәғлүмәтте түбәндәге һылтанмалар аша уҡырға мөмкин.

Просмотров: 345 | Добавил: РОО | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]