08:49
Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән!

Ҡәҙерле сығарылыш синыф уҡыусылары!

 

Бөгөн барыбыҙ өсөн дә иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе, беҙҙең сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәптәребеҙ үҙҙәренең ҡарлуғастарын – уҡыусыларын ҙур тормош киңлектәренә осора.

        Ҡыңғырау сыңы моңло ла, шатлыҡлы ла. Ул ғүмеребеҙҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле - баласаҡ менән, ошо мәктәп менән үткән хушлашыу мәле һәм тәүге тапҡыр тормошҡа аяҡ баҫыуығыҙҙы хәбәр итә. Онотолмаҫ иҫтәлектәрҙе, ҡәҙерле хәтирәләрҙе иҫкә төшөрә... Яҡты кластар, аҡбур менән һыҙғыланып бөткән таҡта, ҡайҙалыр юғалып ҡалған көндәлек, беренсе оҡшатыу хистәре, талапсан уҡытыусылар, атай-әсәйҙең кәңәштәре, тәүге уңыштар...

Кем булырға, ниндәй юлдан китергә, кешеләргә нисек хеҙмәт итергә? Районыбыҙға ниндәй һөнәр кешеләре кәрәк, һәр берегеҙ үҙенең шәхси һәләтенә ҡарап һөнәр һайларға тейешһегеҙ. Күңелегеҙгә ятҡан һөнәр һайлау кеүек мөһим ваҡиғаны төптән уйлап эш итегеҙ. Һәр саҡ ныҡышмалы, тырыш, талапсан, ғәҙел һәм тәүәккәл  булығыҙ. Тыуған республикабыҙҙың, районыбыҙҙың киләсәге – һеҙҙең ҡулда. Уның киләсәге тыныс, яҡты булырына, алға китәсәгенә өмөтләнәбеҙ.

Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы районыбыҙҙың 6 урта, 16 төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә бара. Район мәктәптәрендә 2967 бала белем алһа, шуларҙың 262 –һе 9-сы, 114-е 11-се классты тамамлай.

Моңло ҡыңғырау тауышын ун бер йыл уҡыу дәүерендә һеҙ меңдәрсә тапҡыр ишеттегеҙ. Ә бөгөн яңғырай торғаны уларҙың береһенә лә оҡшамаған.

Әммә ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа тыуған мәктәбегеҙҙе, уҡытыусы һәм тәрбиәселәрегеҙҙе онотмағыҙ! Күңелегеҙгә инеп ҡаласаҡ был минуттар шуны иҫегеҙгә төшөрөп торһон.

Хөрмәтле сығарылыш синыф уҡыусылары!

Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ булһын!  Юлдарығыҙ йәйғор нурындағы төрлө-төрлө аллы-гөллө нурҙар менән яҡтыртылһын! Һеҙ – тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, районыбыҙға кәрәкле булған юғары уҡыу йорттары студенттары булыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмайынса, ҡаушамайынса баҫығыҙ. Алдығыҙға маҡсат ҡуя белегеҙ, маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, тәүфиҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа ысын кешеләр булып ҡалығыҙ, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!

Аҡ юл һеҙгә!

Ҡотлау менән,

район мәғариф бүлеге етәксеһе                  Р.Б. Шәрипов

Просмотров: 3844 | Добавил: РОО | Рейтинг: 3.0/2
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]