07:29
һуңғы ҡыңғырау менән ҡотлау

 

  Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәптәребеҙ үҙҙәренең ҡарлуғастарын – уҡыусыларын ҙур тормош киңлектәренә осора. Һуңғы ҡыңғырау ул мәктәпте тамамлап оло донъяға юл алған егет-ҡыҙҙарҙы алдағы көндәрҙең ғәжәп матур ҙа, тынғыһыҙ ҙа, һоҡланғыс та һәм ауыр ҙа булыуын иҫкәртеп тора кеүек.

   Һеҙ – тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында.Дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, районыбыҙға кәрәкле булған юғары уҡыу йорттары студенттары булыуығыҙҙы теләйбеҙ.

   Ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмайынса, ҡаушамайынса баҫығыҙ. Алдығыҙға маҡсат ҡуя белегеҙ, маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Һеҙгә һаулыҡ, тәүфиҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа ысын кешеләр булып ҡалығыҙ, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!

   Аҡ юл һеҙгә!

Просмотров: 1069 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]