07:40 Уҡытыусылар көнө | |
Бөгөн,3 октябрь көнө, Иҫке Собханғол урта мәктәбе базаһында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара уҙғарылды. Район хакимиәтененең беренсе урынбаҫары Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы, мәғариф бүлеге начальнигы Сәйфитдинов Илшат Ғаяз улы илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләгән, балаларға үҙ-үҙҙәрен асырға, аңларға, тормошта дөрөҫ йүнәлеш табырға ярҙам иткән ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр эйәләре, уҡытыусыларҙы, ҡотлап, мәғариф өлкәһендә фиҙаҡәр, уңышлы хеҙмәт итеүсе уҡытыусыларға, юғары наградалар һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.Шулай уҡ, Бөрйән районы профсоюз ойошмаһы етәксеһе Шәрипова Нүрзилә Таһир ҡыҙы, байрам айҡанлы,юбиляр уҡытыусыларҙы ҡотлап рәхмәт хаттары тапшырҙы.
| |
|
Всего комментариев: 0 | |