07:42
Уҡытыусылар көнө менән!

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм мәғариф ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!

         Был матур көндә беҙ барыбыҙ ҙа үҙенең ваҡытын, көсөн йәлләмәй, уҡыусыларына тәрән белем, юғары әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр өләшкән уҡытыусыларыбыҙҙы, остаздарыбыҙҙы, тәрбиәселәребеҙҙе тәбрикләйбеҙ. Ысынлап та, уҡытыусы, педагог – һөнәр түгел, ә булмыштыр ул. Уҡытыусы оҫталығы - үҙ һөнәрен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙә, уҡыусыларҙа “осҡон” ҡабыҙыуҙа, балаларҙың, ата-әсәләрҙең, илебеҙҙең өмөтөн аҡлауҙа һәм яҡлауҙа.  

Тап мәктәп йылдарында һәр бала шәхес булараҡ үҫешә, тормошҡа үҙ ҡарашы формалаша, ғүмерлек һөнәр һайлай. Һеҙҙең эшһөйөүсәнлегегеҙ, бай тәжрибәгеҙ, балаларға булған һөйөүегеҙ, педагогик һәләтегеҙ был ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеүенә шигем юҡ.

         Ысын йөрәктән Һеҙҙе байрам менән ҡотлап, Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, сабырлыҡ, ижади үрҙәр теләйем. Уҡыусыларығыҙҙың, ата-әсәләрҙең рәхмәте, сағыу гөлләмәләре һәм ихлас йылмайыуҙары байрамдың биҙәгенә әүерелеп, Һеҙҙе бәхет нурҙарына сорнаһын!

 

 

Мәғариф бүлеге етәксеһе  И.Ғ. Сәйфитдинов

 

 

Просмотров: 565 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]