07:57 “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең муницпаль конкурсы үтте | |
11-12 апрелдә Иҫке Собханғол урта мәктәбендә һәм Бөрйән район мәҙәниәт һарайында сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан, тәрән йөкмәткеле “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр муниципаль конкурсы үтте. Бәйге ике турҙа үтте. I турҙа уҡыусылар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләһә, II турҙа мәктәп командалары халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижади өлгөһө булған эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте. Муниципаль конкурста 31 уҡыусы һәм 12 мәктәп командалары сығыш яһаны. Ә инде 12 апрель көнө район мәҙәниәт һарайында “Урал батыр” эпосын лекторий формаһында сәхнәләштереү тамашаһы үтте. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү – муниципаль конкурсының төп шарттарының береһе. Йәш сәсәндәр абруйлы жюри ағзалары һәм мәртәбәле ҡунаҡтар алдында сығыш яһап, оҫталыҡтарын күрһәтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы милли бүлегенең әйҙәүсе белгесе Хәбирова Миләүшә Фәйзетдин ҡыҙы, филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Хөббөтдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы, «Аҡтирмә» милли мәҙәни үҙәге рәйесе Күзбәкова Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, «Аҡтирмә» милли мәҙәни үҙәге ағзаһы Ғилметдинова Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы ҡатнашты. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү муниципаль конкурсында ҡатнашыусы йәш сәсәндәрҙең һаны йылдан-йыл арта барыуы күңелдә бөтмәҫ ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән рухи ҡиммәтебеҙ “Урал батыр” эпосын һаҡлаусы, һанлаусы уҡыусыларға «Афарин!». | |
|
Всего комментариев: 0 | |