13:48
"Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика конкурсына әҙерлек башланды

«Урал батыр» эпосы – иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, əҙəби мираҫы. Уның йөкмəткеһе башҡорт халҡының бала тəрбиəлəүҙəге төп принциптарын сағылдыра.

Быйыл, үҙ ерлегендә “Урал батыр” республика конкурсының юбилей датаһы – егерме бишенсе тапҡыр, Бөрйән ерендә үткәреләсәк. Шул маҡсаттан сығып, йәш сәсәндәр республика конкурсына әҙерлек башланды. 2-3 март көндәре Иҫке Собханғол мәктәбе базаһында Башҡорт дәүләт университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы, ошо уҡ үҙәктең баш ғилми хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Хөббөтдинова Нәркәс Әхмәт ҡыҙы һәм 3 курс студенты Әминева Зөлфиә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, шулай уҡ конкурста ҡатнашыусы уҡыусыларға, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр. Профессорҙар үҙҙәренең тәжрибәһе, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашты.

Уҡытыусы өсөн дә, ҡатнашыусылар өсөн дә фәһемле дәрестәрҙән барыһы ла көс, дәрт алып ҡайтты.

 

Просмотров: 517 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]