10:22
“Урал батыр” йәш сәсәндәр бәйгеһе – Бөрйәндә!

16-18 август көндәре матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Бөрйәнебеҙ шат йөҙлө, ихлас, дәрттәре ташып торған, сәсән телле, йор һүҙле уҡыусыларҙы ҡаршы алды. Башланғыс осоронда бер нисә район командалары ҡатнашлығында ғына үткәрелһә, быйылғы күркәм сарала 22 район, 24 команда, 135 тәрбиәле, аҡыллы, рухлы уҡыусылар ҡатнашты.

 Был мәртәбәле конкурс ысын мәғәнәһендә, сәсәндәр мәктәбе, аҫылташтар йыйынына әүерелде. Был бәйгелә ҡатнашыусы балаларҙың зиһененә, хәтеренә, әүҙемлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ғөмүмән, ҡобайырҙың тәрбиәүи яҡтан әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ икәнлегенә барыбыҙ ҙа инандыҡ. Рухи байлығыбыҙ булған “Урал батыр” эпосында йәш быуынды тәрбиәләү өлгөләре асыҡ сағыла: ололарҙы ихтирам итеү, ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәләү, өгөт – нәсихәт, фәһемле тарих һөйләү, тыйыу, эшкә өйрәтеү һәм башҡалар.

Беҙҙең район иһә, республикала тәүгеләрҙән булып Шәжәрә байрамдары, “Урал батыр” йәш сәсәндәр бәйгеһе, Әбделмәмбәттә - Ҡыпсаҡ  ырыуының, Әтектә - Бөрйән ырыуының  оло йыйынын үткәрҙе, Алдар Батыр Иҫәнгилдинға  һәйкәл, 450 ҡурайсынан торған республикала гына түгел, бөтә доньяға тәүге тапҡыр Ҡурай байрамы үткәреп ҡурайға тере һәйкәл ҡуйып районыбыҙҙың рухи үҫешен күтәрҙе. Шуға күрә быйылғы конкурстың үҙ ерлегендә, Бөрйән районында үтеүе осраҡлы хәл түгел.

Эпосты башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXV республика конкурсын үткәреү менән бер рәттән, Урал батыр тыуған ерҙең, төйәгебеҙҙең хозурлығын күрһәтеү, Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәткә алып барыу, бер һүҙ менән әйткәндә, балаларҙың күңелдәрендә яҡты иҫтәлектәр ҡалырлыҡ ял ойоштороу маҡсатына ирешеркәнбеҙҙер тип уйлайбыҙ.

         Беҙҙең район намыҫын яҡлап сыҡҡан Бөрйән районы йыйылма командаһы сәхнәләштереүҙә – 1 урын, шулай уҡ “Яңғыҙ сығыш яһау” номинацияһында ла  Иҫке Собханғол урта мәктәбе һәм Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡыусылары 1 урын яуланылар. Афарин егеттәр, ҡыҙҙар!

Фотолар: https://vk.com/album-86756460_295766750

Просмотров: 143 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]