11:36
1 Май -Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

1 Май хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы. Был көн яҙғы яңырыуҙы – ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яңы ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата. Һеҙҙең ижтимағи эшмәкәрлегегеҙ әүҙем дауам итһен, профессиональ өлкәлә ижади ҡомарығыҙ һүрелмәһен! Һәммәгеҙгә лә именлек һәм бәхет, яҙғы кәйеф, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Байрам рух күтәренкелеге, ышаныс бирһен, ҡыйыу ниәттәр, сағыу уй-фекерҙәр тыуҙырһын, яңы хеҙмәт үрҙәренә көс өҫтәһен! Байрам менән, дуҫтар!

"Таң" гәзите кубогына уҙғарылған еңел атлетика буйынса ярышта Район мәғариф бүлеге командаһы II урын, ойошмалар һәм учреждениялар араһында үткән еңел атлетика буйынса ярышта II урын яуланы.

1 Май Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына арналған сараларҙан күренештәр https://vk.com/mkuroo?w=wall-86756460_1521

 

Просмотров: 914 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]