1 Май -Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

01.05.2019
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 902

1 Май хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы. Был көн яҙғы яңырыуҙы – ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яңы ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата. Һеҙҙең ижтимағи эшмәкәрлегегеҙ әүҙем дауам итһен, профессиональ өлкәлә ижади ҡомарығыҙ һүрелмәһен! Һәммәгеҙгә лә именлек һәм бәхет, яҙғы кәйеф, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Байрам рух күтәренкелеге, ышаныс бирһен, ҡыйыу ниәттәр, сағыу уй-фекерҙәр тыуҙырһын, яңы хеҙмәт үрҙәренә көс өҫтәһен! Байрам менән, дуҫтар!