Башҡорт теле көнөнә интернет-конкурстар башланды

31.10.2018
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 1074

Башҡорт теле көнө айҡанлы бер нисә интернет-конкурс үткәрелә. Уларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторҙо. Социаль видеороликтар һәм плакаттар конкурсы башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелә. 

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» видеоконкурсы

31.10.2018
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 1207

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Һаумы, һаумы, әкиәт!» видеоконкурсын иғлан итә. Унда балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм 1-4 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләү хуплана. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләк тапшырыла. 
Видеоролик законлы рәүештә файҙаланылған видеоредакторҙа эшләнергә, оҙонлоғо 3-5 минуттан артмаҫҡа тейеш. Башҡарыусының кадрҙа булыуы мотлаҡ. Яҙманың биҙәлеше генә түгел, конкурсанттың тасуири уҡыуы, тексты яттан һөйләүе баһалана. Һәр эштә башҡарыусының исем-шәрифе, йәшәгән урыны, устав буйынса мәктәп һәм балалар баҡсаһының исеме, әкиәттең атамаһы күрһәтелергә тейеш. 
Материалдар 2018 йылдың 1 декабренә тиклем ҡабул ителә. 
Видеояҙманы «Башҡорт теле көнө» төркөмөнә һалығыҙ: https://vk.com/event173052782 
Уңыштар!