06:46
Башҡорт теле көнөнә интернет-конкурстар башланды

Башҡорт теле көнө айҡанлы бер нисә интернет-конкурс үткәрелә. Уларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ойошторҙо. Социаль видеороликтар һәм плакаттар конкурсы башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелә. Уҡыусылар өсөн “Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, иле юҡтың ғына теле юҡ” тигән темаға иншалар конкурсы ҡаралған. Эштәр Башҡортостан Республикаһының ике дәүләт телендә башҡарыла ала. Шулай уҡ иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыларының тормошо һәм эшмәкәрлеге, шулай уҡ педагогик хеҙмәт ветерандары тураһында видеороликтар ҡабул ителә. Теләге булғандар ойоштороусылар тәҡдим иткән әҙәби әҫәрҙе башҡорт теленә нәфис тәржемә итеүҙә көсөн һынай ала. 4 декабрь – Башҡорт теле көнө. Байрам шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналып, республика буйынса билдәләнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты интернет-конкурстарҙың финалсыларын баш ҡалабыҙҙа йыясаҡ. Район һәм ҡала башҡорт ҡоролтайҙарына был көндә мәғариф ойошмаларында лингвистик викториналар, тоталь диктант, конференциялар, Аҡмулланың шиғырҙарын уҡыусылар бәйгеһен үткәрергә тәҡдим ителде.  (Башҡортостан гәзитенән)

Просмотров: 1074 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]