Әхмәт Сөләймәновтың өй-музейына экскурсия
Музейҙар патриотик тәрбиә үҙәге булып тора. Район һәм мәктәп музейҙарында ҡиммәтле материалдар тупланған.Бөрйән районындағы Мөхтәр Сәғитовтың һәм Әхмәт Сөләймәновтың өй-музейы уңышлы эшләп килә. Шуларҙың береһенә беҙ, Тыуған яҡты өйрәнеү (етәксеһе Буранбаева Т.А.) һәм шашки, шахмат (етәксеһе Манапова В.Н.) түңәрәгенә йөрөүсе бер төркөм уҡыусылар 4 апрель көнө Әхмәт Сөләймәновтың өй-музейына барҙыҡ. Унда уҡыусылар бөйөк шәхесебеҙ менән танышып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып , Бөрйәнебеҙҙән сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр тураһында белделәр. Ошондай бай йөкмәткеле экскурсия өсөн музей етәксеһе Роза Шәриф ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Ҡиммәтле экспонаттар тупланған был район музейы халыҡты патриотик йәһәттән тәрбиәләү үҙәге булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.