Шүлгәнташҡа сәйәхәт
26 май көнө Бөрйән районында балалар туризмын үҫтереү маҡсатында балалар ижады үҙәгенең тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгенә йөрөгән бер төркөм уҡыусылар менән Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәткә сыҡтыҡ. Сәйәхәт уҡыусыларға бик оҡшаны. Бигерәктә музейҙар ҡыҙыҡһындырҙы уларҙы. Беренсе музейҙа улар ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ эштәре менән яҡындан танышып , ошо эшкә кире тәҫьир итеүсе хайуан һәм йәнлектәр тураһында белделәр.