12:47
Шүлгәнташҡа сәйәхәт

26 май көнө Бөрйән районында балалар туризмын үҫтереү маҡсатында балалар ижады үҙәгенең тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгенә йөрөгән бер төркөм уҡыусылар менән  Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәткә сыҡтыҡ. Сәйәхәт уҡыусыларға бик оҡшаны. Бигерәктә музейҙар ҡыҙыҡһындырҙы уларҙы. Беренсе музейҙа улар ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ эштәре менән яҡындан танышып , ошо эшкә кире тәҫьир итеүсе хайуан һәм йәнлектәр тураһында белделәр. Ә инде икенсе музей тулыһынса Шүлгәнташ мәмерйәһенә арналып эшләнгән. Экскурияны ойоштороусы ентекләп  һөйләгәндән һуң улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып юлыбыҙҙы дауам иттек. Өсөнсө туҡталышыбыҙ Шүлгәнташ мәмерйәһе булды. Беренсе  тапҡыр килгән уҡыусылар :“Әкиәти бер мөғжизәле урын” - тип үҙҙәренең тәҫъораттары менән бүлештеләр. Ваҡыттың  үткәне һиҙелмәйҙә  ҡалды. Матур сәйәхәттән һуң бергәләшеп тәмләп сәй эсеп , ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ҡайтышлай Йылҡысыҡҡан күленә лә туҡталып үттек. Ошо сәйәхәттә беҙҙе матур итеп алып барып, алып ҡайтҡан водителебеҙ Буранбаев Фуат ағайға, сәййәхәтебеҙҙе матур итеп ойошторған Шүлгәнташ ҡурсаулығында эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.

Буранбаева Т.Ә. – балалар ижады үҙәге педагогы.

 

Просмотров: 764 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]