“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында халыҡ – ара диктант
18 майҙа райондың 22 мәктәбендә “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында халыҡ – ара диктант яҙыу ойошторолдо. Диктант – телебеҙҙең мәртәбәһен, бәҫен күтәреүҙә, хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыуҙа һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был сарала үҙ теленә, тарихына, моңона битараф булмаған рухлы 1646 кеше ҡатнашты.