15:10
“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында халыҡ – ара диктант

18 майҙа райондың 22 мәктәбендә “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында халыҡ – ара диктант яҙыу ойошторолдо. Диктант – телебеҙҙең мәртәбәһен, бәҫен күтәреүҙә, хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыуҙа һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был сарала үҙ теленә, тарихына, моңона битараф булмаған рухлы  1646 кеше ҡатнашты.  Диктант яҙыуҙа  5-11 класс уҡыусылары, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡынан тыш район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, совет секретары Хәнифә Кәбир ҡыҙы Вәлиева, ауылды үҫтереү һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы Айҙар Вилүр улы Ишниязов, эштәр буйынса идара итеүсе Ғайса Әхәт улы Хәлитов, мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Булат улы Шәрипов һәм башҡа етәкселәрҙең ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Туған телен хөрмәт итеп, белемдәрен һынап ҡарарға килеүселәргә “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ.

Просмотров: 795 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]