“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика конкурсы үтте.

20.06.2019
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 929

17-19 июндә Ишембай ҡалаһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика конкурсы үтте.  Ҡобайыр башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү, сәсәндәрҙең оҫталығын арттырыу, башҡорт халҡының сәнғәтен һаҡлау кеүек маҡсаттар ҡуйған конкурста быйыл 28 район һәм 8 ҡаланан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Бөрйән районы намыҫын яҡлаусы Иҫке Монасип урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Истәкова Сара – 2-се урын алһа, «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү буйынса район командаһы “Сағыу әкиәти образдар тыуҙырыу өсөн” номинацияһында еңеү яуланы. Тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған был йәш сәсәндәребеҙҙе республика кимәлендәге оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Еңеүселәргә һәм уларҙың етәкселәренә киләсәктә лә ижади ҡомар, ҙур уңыштар юлдаш булһын!