15:29
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика конкурсы үтте.

17-19 июндә Ишембай ҡалаһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XXI республика конкурсы үтте.  Ҡобайыр башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү, сәсәндәрҙең оҫталығын арттырыу, башҡорт халҡының сәнғәтен һаҡлау кеүек маҡсаттар ҡуйған конкурста быйыл 28 район һәм 8 ҡаланан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Бөрйән районы намыҫын яҡлаусы Иҫке Монасип урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Истәкова Сара – 2-се урын алһа, «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү буйынса район командаһы “Сағыу әкиәти образдар тыуҙырыу өсөн” номинацияһында еңеү яуланы.

Тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә битараф булмаған был йәш сәсәндәребеҙҙе республика кимәлендәге оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Еңеүселәргә һәм уларҙың етәкселәренә киләсәктә лә ижади ҡомар, ҙур уңыштар юлдаш булһын!

Просмотров: 933 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]