13:19
1 сентябрь — мөһим, тананалы байрам.

Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре
һәм ата-әсәләр!

Барығыҙҙы ла Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Беренсе сентябрь – сағыу бала саҡ хәтирәһе булып күңел түрендә һаҡлана торған көндәрҙең береһе. Бигерәк тә 1 һәм 11 класс уҡыусылары өсөн тулҡынландырғыс мәл. Беренселәр тәүге тапҡыр мәктәп һуҡмағына аяҡ баҫалар. Ун беренселәр өсөн яуаплы, һөҙөмтәләре менән мөһим уҡыу йылы башлана.
Ҡәҙерле балалар! Уҡыуҙарығыҙҙа ҙур уңыштарға, яңынан-яңы еңеүҙәргә өлгәшегеҙ. Илебеҙгә, районыбыҙға кәрәкле илһөйәр шәхестәр булып үҫегеҙ!

Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр! Яуаплы тәрбиә һәм уҡытыу эшендә көс, сабырлыҡ, тик уңыштар теләйем!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек юлдаш булһын! Яңы уҡыу йылы яҡшы билдәләргә һәм яңы асыштарға бай булһын!

Просмотров: 10 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]